Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МАТЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 404

ЯҢЫ МАТЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Маты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1202 кеше; 1920 — 1422; 1939 — 1080; 1959 — 653; 1989 — 439; 2002 — 392; 2010 — 323 кеше. Керәшендәр йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Маты а. (хәҙ. Иҫке Маты а.) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Әрнәш исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 102 йортта 741 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тегеү эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019