Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МИШӘР, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 324

ЯҢЫ МИШӘР, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 253 кеше; 1920 — 373; 1939 — 302; 1959 — 370; 1989 — 519; 2002 — 481; 2010 — 526 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙе Дыуан улусы Ясин һәм Мишәр (хәҙ. Иҫке Мишәр а.) аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 26 йортта 158 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. 20 б. 60‑сы йй. Я.М. 18 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Иҫәнбай а. ҡушылған. Ҡ.Ҡ.Латипов, Г.М. Шафиҡова ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019