Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МИХАЙЛОВКА, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 351

ЯҢЫ МИХАЙЛОВКА, Дыуан р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 33 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 415 кеше; 1939 — 322; 1959 — 227; 1989 — 182; 2002 — 180; 2010 — 176 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Златоуст өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Михайловка а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. В.И. Осипов ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019