Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МОНАСИП, М и ш ә р, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 371

ЯҢЫ МОНАСИП, М и ш ә р, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Иҫке Монасип а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 129 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 100 кеше; 1920 — 182; 1939 — 113; 1959 — 175; 1989 — 331; 2002 — 342; 2010 — 327 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы Монасип а. (хәҙ. Иҫке Монасип а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 15 йортта 84 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. ғибәҙәт йорто булған. З.Я.Шәрипова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019