Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСАМОВ Ғәлим Афзал улы

Просмотров: 435

ХИСАМОВ Ғәлим Афзал улы (25.4. 1949, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Кинйәбай а.), яҙыусы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). БДУ-ны (1974), Свердловск юғары партия мәктәбен (1982) тамамлаған. 1968—69 йй. “Путь Ильича” (“Ильич юлы”; ҡара: “Кумертауское время”) гәз. хеҙм-ре, 1974—80 йй. “Башҡортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1998—99 йй. баш мөхәррире; 1982 й. алып КПСС-тың Башҡ-н өлкә ком-тында инструктор, сектор мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары; 1990 й. башлап “Ағиҙел” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1991 й. — “Наша жизнь” (“Беҙҙең тормош”; ҡара: “Мечетлинская жизнь”) гәз. баш мөхәррир; 1992 й. алып “Китап” нәшриәте дир., 1994—98 йй. БР-ҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры, 1999 й. башлап “Курьер” гәз. (Өфө) баш мөхәррире, һуңыраҡ РФ Соц. страховкалау фондының БР б-са төбәк бүлексәһе эштәре идарасыһы; 2004—07 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының баш советнигы. Балалар өсөн яҙылған “Айыухан мажаралары” исемле тәүге хикәйәләр китабы 1983 й. сыға. Ижадының төп темалары — әхлаҡи-этик проблемалар, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, милли үҙаңды тергеҙеү. “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Аҡтамыр” (икеһе лә — 1993), “Тәфтиләү” (1999) романдары башҡорт халҡы тарихындағы фажиғәле ваҡи­ғаларға арналған. “Ун туғыҙынсы” (2003), “Ике икс һәм игрек” (2006) романдары, “Шерлок Холмс илай” (1989), “Шаһиҙә” (2007) повестары детектив жанрында яҙылған. “Һаумы, иртәгә!” (1984) очерктар, “Көтмәгәндә ут тоҡанды” (1986), “Илһеҙгә көн юҡ” (1990),“Ҡара шишмә” (1995) һ.б. повестар һәм хикәйәләр китаптары; “Башҡортостанда парламентаризм” (“Парламентаризм в Башкортостане”; 2005), “Шәһит Хоҙайбирҙин” (2006), “Башҡортостанда ислам” (“Ислам в Башкортостане”; 2009; бөтәһе лә — “Башҡортостан” ТРК ДУП-ы, реж. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов) документаль фильмдар сценарийҙары авторы. БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2014), Ш. Хоҙайбирҙин ис.пр. (2006), З.Биишева ис. пр. (2010) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Аһура Мазда: романдар. Өфө, 2009; Бөркөт ҡаурыйы: документаль повесть. Өфө, 2010; Өн һәм һан. Өфө, 2014.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019