Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МОРАПТАЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 338

ЯҢЫ МОРАПТАЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 34 км һәм Мораптал т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 584 кеше; 1920 — 1285; 1939 — 1261; 1959 — 843; 1989 — 999; 2002 — 1240 (Чапаев ҡсб халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 2010 — 1289 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Мораптал урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Мораптал а. (хәҙ. Иҫке Мораптал а.) башҡорттары нигеҙ һала. 1866 й. 45 йортта 348 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1910 йй. ауылда улус идараһы урынлашҡан. 2006 й. Я.М. 50‑се йй. нигеҙләнгән Чапаев ҡсб ҡушылған. Р.М.Йәғәфәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019