Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МӨСЛИМ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 369

ЯҢЫ МӨСЛИМ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Ыҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 12 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2445 кеше; 1920 — 2746; 1939 — 1463; 1959 — 1077; 1989 — 1082; 2002 — 1072; 2010 — 1063 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Өфөөйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1782 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Мөслим а. (хәҙ. Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) мишәрҙәре, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ өйәҙҙең Байҡыбаш, Яугилде аа. (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны), Бөрө өйәҙе Көндәшле а. (хәҙ. Балтас р‑ны) мишәрҙәре нигеҙ һала. 1795 й. 51 йортта 379 кеше йәшәгән, 1865 й. 195 йортта — 1207 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне, 5 кибет булған. 1906 й. 2 мәҙрәсә, 2 урыҫ‑башҡорт уч‑щеһы (ир балалар һәм ҡыҙ балалар), 2 һыу тирмәне, 2 мөгәзәй, мануфактура һәм 7 бакалея кибете теркәлгән. Р.В. Исрафилов, Ф.Б.Садиҡов, Ғ.Т. Фазылов, З.М.Хәсәнова ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019