Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МӨСӘТ, А л а ҡ у я н б а ш ы, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 381

ЯҢЫ МӨСӘТ, А л а ҡ у я н б а ш ы, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Иҫке Собханғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта Ала­ҡуян й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 198 кеше; 1920 — 289; 1939 — 156; 1959 — 307; 1989 — 387; 2002 — 453; 2010 — 421 кеше. Башҡорттар йә­шәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 40‑сы йй. аҙ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Мөсәт а. (хәҙ. Иҫке Мөсәт а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Икенсе исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Яңы Мөсәт, Лукьянбаш исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 37 йортта 166 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019