Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МУЛЛАҠАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 373

ЯҢЫ МУЛЛАҠАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Муллаҡай а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 170 км алыҫлыҡта Төй й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 881 кеше; 1989 — 651; 2002 — 546; 2010 — 483 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. ағас әҙерләү ойошторолоуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019