Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МУСА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 423

ЯҢЫ МУСА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Илкәнәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Ҡарағай т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Мәләүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 633 кеше; 1920 — 971; 1939 — 614; 1959 — 411; 1989 — 268; 2002 — 295; 2010 — 305 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Илкәнәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50—60‑сы йй.) Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Ҡарағош һәм Хәлекәй аа. (хәҙ. Стәрлебаш р‑ны) мишәрҙәре нигеҙ һала. 1896 й. 102 йортта 631 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған. С.У.Усманов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019