Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МУСА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 426

ЯҢЫ МУСА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында; Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 152 кеше; 1920 — 191; 1939 — 244; 1959 — 194; 1989 — 138; 2002 — 333; 2010 — 233 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Өфө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Муса а. (хәҙ. Иҫке Муса а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 26 йортта 137 кеше йәшәгән. Шулай уҡ Бәләкәй Муса исеме м‑н билдәле булған. Ауыл эргәһендәге Зәңгәркүл шишмәһе — тәбиғәт ҡомартҡыһы. М.Ш. Ғәзизов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019