Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ НАДЕЖДИН, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ЯҢЫ НАДЕЖДИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Яңы Надеждин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 815; 1939 — 829; 1959 — 491; 1989 — 768; 2002 — 762; 2010 — 770 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1897 й. Өфөөйәҙендәалпауыт Дашковтан (ҡара: Дашковтар) һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан һәм Өфө губернаһынан күскенселәр нигеҙ һала. 1906 й. Яңы Надеждин яңы ауылы булараҡ иҫәпкә алынған, бакалея кибете булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Г.В. Миловзоров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019