Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ НИКОЛАЕВКА, Г ә р ә й, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 392

ЯҢЫ НИКОЛАЕВКА, Г ә р ә й, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Баҡый а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 273 кеше; 1920 — 462; 1939 — 558; 1959 — 251; 1989 — 136; 2002 — 107; 2010 — 71 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1875 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Табылды а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Ҡабыҡҡыуыш а. кешеләре Гәрәй (ер биләүсе Сәлимгәрәй Ибраһимов исеме б‑са аталған) ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1880 й. бында мордвалар килеп ултырған. 1896 й. 9 йортта 91 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. Николаевка а. булараҡ иҫәпкә алынған, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019