Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ НИКОЛАЕВСКИЙ, У р ы ҫ Ҡ а н а ҡ а с ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 343

ЯҢЫ НИКОЛАЕВСКИЙ, У р ы ҫ Ҡ а н а ҡ а с ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1020 кеше; 1920 — 988; 1939 — 631; 1959 — 366; 1989 — 199; 2002 — 361; 2010 — 328 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙе Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы Ҡанаҡас а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә украин күскенселәре Яңы Николаевский утары булараҡ нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында Пенза губ. күскенселәр килеп ултырған. 1891 й. 195 йортта 1030 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған (1890 й. төҙөлгән). 1920 й. Я.Н. (Ҡанаҡас) а. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019