Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ НИКОЛЬСКИЙ, Н и к о л а й ф е л ь д, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 277

ЯҢЫ НИКОЛЬСКИЙ, Н и к о л а й ф е л ь д, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 150 кеше; 1939 — 159; 1959 — 316; 1989 — 323; 2002 — 324; 2010 — 282 кеше. Урыҫтар, немецтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә алпауыт Базилевскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Таврия губ. немец күскенселәре Николайталь исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ 2‑се Яңы Никольский, 2‑се Колония булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019