Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ НУҒАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 255

ЯҢЫ НУҒАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Нуғай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 856 кеше; 1920 — 1108; 1939 — 1216; 1959 — 2076; 1989 — 1237; 2002 — 1094; 2010 — 1093 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер­-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1844 й. Бөрө өйәҙе Гәрә улусы Нуғай/Иҫке Нуғай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында Иҫке Нуғай а. татар типтәрҙәре күсеп ултырған. 1865 й. 44 йортта 323 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.М.Абдуллин, М.М. Фарзетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019