Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСМӘТУЛЛИН Мәғәфүр Хисмәтулла улы

Просмотров: 433

ХИСМӘТУЛЛИН Мәғәфүр Хисмәтулла улы [10.1.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Ҡобау а. (БР-ҙың Иглин р-ны) — 5.10.2004, Өфө], йырсы (лирик-драматик тенор), режиссёр. РСФСР-ҙың халыҡ (1965) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР-ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1949) артисы. 1931—34 йй. Башҡорт сәнғәт техникумында уҡыған. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлаған (1939; Е.В.Енохович класы). 1959—60 йй. СССР-ҙың Ҙур театрында стажировка үткән (етәксеһе — СССР-ҙың халыҡ артисы Б.А.Покровский). 1934— 36 йй. Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) актёры, 1939—82 йй. БДОБТ солисы, 1959 й. алып реж., 1963—67 йй. баш реж., бер үк ваҡытта 1966 й. башлап Өфө сәнғәт уч-щеһында, 1969—95 йй. ӨДСИ-лә уҡытҡан. Башҡорт вокаль башҡарыу оҫтаһы, Башҡортостандың опера сәнғәтенә ҙур өлөш индергән. Ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле тембрлы тауыш­ҡа эйә булған. Сәхнә һыҙаттарының теүәллеге м-н айырылып торған 60-тан ашыу төрлө характерлы партия башҡарған: Хеҙмәтсе Вәли (“Аршин мал алан”, У.А.Гаджибеков; дебют,1939), Ерошка(“Кенәз Игорь”—“Князь Игорь”, А.П.Бородин), Бомелий (“Батша кәләше” — “Царская не­веста”, Н.А.Римский-Корсаков), Трике (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Арлекин (“Мәҙәкселәр” — “Паяцы”, Р.Леонкавалло) һ.б. Х. ижадының иң юғары ҡаҙанышы — Яппар (“Ҡоҙаса”, З.Ғ.Исмәғилев), Ғәйнулла (“Ағиҙел тулҡындары”), Көбәк (“Шәүрә”) һ.б. партиялар. Салауат Юлаев ролен башҡарыуы триумфҡа әйләнгән (Исмәғилевтең ш. уҡ исемле операһы) һәм Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) юғары баһаланған. Шүлгән (“Аҡбуҙат”), Юламан (“Ҡарлуғас”, Н.К.Чемберджи, 1941), Фәхри (“Айһылыу”, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейко, 1953) партияларын, Ә.С.Дауытов, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә. Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. күп кенә әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарына сит ил һәм ватан композиторҙарының ариялары һәм романстары ингән. Х. тарафынан башҡорт халыҡ йырҙарын (“Азамат”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Каруанһарай”, “Сибай”, “Урал”, “Һандуғас” һ.б.) башҡарыу үҙенә бер төрлө тәьҫирлелек һәм профессионализм м-н айырылып торған. Х.-реж. ижадына классик мираҫ әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуйғанда сәхнә интерпретацияһының үҙенсәлеге, художество идеяларының новаторлығы хас. 1959 й. Опера һәм балет театры сәхнәһендә Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” спектакле м-н дебют яһаған. 12-нән ашыу спектакль ҡуйған: “Мәйсәрә шуҡлыҡтары” (“Проделки Майсары”; С.А.Юдаков, 1961), “Шәүрә” (Исмәғилев, 1963), “Замандаштар” (Әхмәтов, 1970) һ.б. Ҡарағалпаҡ АССР-ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнашҡан (1976). СССР, Афғанстан, Пакистан буйлап гастролдәрҙә бул­ған. Уҡыусылары араһында М.С. Ғәйнетдинов бар. “Ай тотолған төндә” (“В ночь лунного зат­мения”) нәфис фильмында төшкән (Свердловск к/ст, 1978). БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1969). Х. исеме м-н Өфөлә урам аталған.

Әҙәб.:  Х ө с н и й ә р о в С.Д. Иҫтә, һаман да иҫтә...: иҫтәлектәр. Өфө, 1996; Магафур Хисматуллин: альбом /авт.-сост. Ф.С.Тикеев, С.С.Саитов. Уфа, 2000.

М.Ф.Луговая

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019