Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ОТРАДА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 264

ЯҢЫ ОТРАДА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 376 кеше; 1959 — 229; 1989 — 82; 2002 — 134 (Башҡорт Отрадаһы станцияһы ҡсб халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 2010 — 129 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Отрада а. (хәҙ. Иҫке Отрада а.) кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 36 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. 2006 й. ауылға 50‑се йй. нигеҙләнгән Башҡорт Отрадаһы станцияһы ҡсб ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019