ЯҢЫ ПАВЛОВКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл
779
ЯҢЫ ПАВЛОВКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Иҫәнғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 2 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 156 кеше; 1959 — 167; 1989 — 309; 2002 — 374; 2010 — 649 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Йылайыр кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Иҫәнғол а. кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.
Д.Ғ.Күскилдин Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: