Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ПЕТРОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

ЯҢЫ ПЕТРОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 492 кеше; 1920 — 547; 1939 — 641; 1959 — 449; 1989 — 212; 2002 — 257; 2010 — 201 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Яңы Петровка утары булараҡ нигеҙ һалына. 1891 й. 59 йортта 340 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. Г.И.Шубин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019