Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ПЕТРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ЯҢЫ ПЕТРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 273 кеше; 1920 — 364; 1939 — 446; 1959 — 161; 1989 — 258; 2002 — 335; 2010 — 302 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Өфө урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1891 й. һәм 1900 й. араһында Орск өйәҙендә урыҫ күскенселәре Петровский утары булараҡ нигеҙ һала. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. 1920 й. Яңы Петровский (Аблатовский) утары булараҡ иҫәпкә алынған. 1939 й. 1‑се Я.П. (292 кеше) һәм 2‑се Я.П. (154 кеше) теркәлгән, улар 50‑се йй. хәҙ. исем м‑н бер ауылға берләшкән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019