Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ПОКРОВКА, У р ы ҫ Т а ң һ ы р ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 401

ЯҢЫ ПОКРОВКА, У р ы ҫ Т а ң һ ы р ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 469 кеше; 1920 — 302; 1939 — 381; 1959 — 276; 1989 — 131; 2002 — 142; 2010 — 145 кеше. Баш­ҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Мораҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙе Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы Муса а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәурыҫ крәҫтиәндәре утар булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 47 йортта 327 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019