Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СЕБЕНЛЕ, Түбәнге Себенле, Яманболаҡ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 694

ЯҢЫ СЕБЕНЛЕ, Түбәнге Себенле, Яманболаҡ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Яман й. (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 793 кеше; 1920 — 1360; 1939 — 1141; 1959 — 552; 1989 — 595; 2002 — 683; 2010 — 593 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишемғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1840 й., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Бөрйән‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Үрге һәм Түб. Себенле аа. (хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны) кешеләре керҙәшлек килешеүе б‑са нигеҙ һала. 1866 й. 50 йортта 474 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған; улус идараһы урынлашҡан. 1900 й. ш. уҡ татар мәктәбе теркәлгән. Б.Ишемғол ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019