Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СЕМЁНКИН, Т а п ҡ а н с ы, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 399

ЯҢЫ СЕМЁНКИН, Т а п ҡ а н с ы, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Баҙы й. бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 649 кеше; 1920 — 829; 1939 — 606; 1959 — 414; 1989 — 225; 2002 — 224; 2010 — 207 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы Боҫҡаҡ Ҡуян а. (хәҙ. Иҫке Боҫҡаҡ а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1812 й. купчий ҡағыҙы б‑са Ҡазан губернаһы Цивильский өйәҙенән, Сембер губ. һәм Бөгөлмә өйәҙенән сыуаштар Семёнкин исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Семён Семёнов исеме б‑са аталған. 1865 й. (хәҙ. исем) 98 йортта 306 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1897 й. төҙөлгән), миссионер мәктәбе, мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән. В.С.Николаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019