Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СЕРГИЕВКА РАЙОНЫ

Просмотров: 417

ЯҢЫ СЕРГИЕВКА РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан. 1934 й. ойошторола. Майҙаны — 4500 км2. Адм. үҙәге — Яңы Сергиевка ҡасабаһы. Районда 19 ауыл советы, 69 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 36,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. 6,8% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Иҫке Ғүмәр, Ҡараяр, Ҡотош, Мерәҫ, Приуранка, Түб. Ҡунаҡбай, Әхмәр, Яңы Әхмәр һ.б. Ҡотош а. “Ырымбур өлкәһе Яңы Сергиевка районы башҡорттары ҡоролтайы” (2006 й. алып), “Йәшлек” фольклор ансамбле, Әхмәр а. “Аманат” вокаль ансамбле, Мерәҫ а. “Дала ҡыңғырауҙары” балалар вокаль ансамбле эшләй. Ҡ.Ҡ.Аҙнабаев, К.А. Иҙелғужин, С.Ғ.Мирасов, Р.Л. Теләкәева, С.С.Һатыусин һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019