Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СОБХАНҒОЛ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 393

ЯҢЫ СОБХАНҒОЛ, Я н һ а р ы, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Иҫке Собханғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 316 кеше; 1920 — 467; 1939 — 346; 1959 — 316; 1989 — 440; 2002 — 513; 2010 — 525 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Гөлдәр” башҡорт халыҡ вокаль ансамбле), мәсет бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Собханғол а. (хәҙ. Иҫке Собханғол а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 36 йортта 214 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1930—35 йй. Бөрйән р‑нының адм. үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019