ЯҢЫ СОҠОР, Тәтешле р‑нындағы ауыл
754
ЯҢЫ СОҠОР, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 12 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 343 кеше; 1920 — 482; 1939 — 233; 1959 — 189; 1989 — 91; 2002 — 119; 2010 — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Соҡор а. (хәҙ. Иҫке Соҡор а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 8 йортта 38 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 206 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: