Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СОФИЕВКА, С о ф и е в к а, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 377

ЯҢЫ СОФИЕВКА, С о ф и е в к а, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 84 кеше; 1920 — 197; 1939 — 220; 1959 — 177; 1989 — 190; 2002 — 225; 2010 — 198 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Софиевка/Иҫке Софиевка а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019