Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СӨЙӨШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

ЯҢЫ СӨЙӨШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡашҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 138 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 354 кеше; 1920 — 460; 1939 — 274; 1959 — 316; 1989 — 347; 2002 — 190; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1732 й. алып Сөйөш исеме м‑н билдәле. 1795 й. 12 йортта 71 кеше йәшәгән, 1865 й. 36 йортта — 226 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019