Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СУБАЙ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 343

ЯҢЫ СУБАЙ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Субай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Ҡаҙнаташ й. (Һалдыбаш й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 418 кеше; 1939 — 408; 1959 — 331; 1989 — 358; 2002 — 385; 2010 — 346 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡыҙылъяр урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй улусы Биәз а. (хәҙ. Иҫке Биәз а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәБөрө өйәҙе Сабай а. (хәҙ. Мишкә р‑ны) кешеләре Яңы Сабай исеме м‑н нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019