Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СУҒАНАҠ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 356

ЯҢЫ СУҒАНАҠ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡарый а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 297 кеше; 1920 — 423; 1939 — 565; 1959 — 463; 1989 — 159; 2002 — 97; 2010 — 68 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе терр‑яһында Минзәлә өйәҙе Суғанаҡ а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 40 йортта 218 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019