Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СҮЛЛЕ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 412

ЯҢЫ СҮЛЛЕ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Иҫке Сүлле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 13 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Мордва Сүллеһе й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1103 кеше; 1920 — 1309; 1939 — 1001; 1959 — 675; 1989 — 410; 2002 — 326; 2010 — 290 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Әхирәттәр” мордва фольклор халыҡ ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан һәм Байлар улустары Сүлле а. (хәҙ. Иҫке Сүлле а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1805 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған мордвалар нигеҙ һала. Шулай уҡ Мордва Сүллеһе исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 86 йортта 656 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1870 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, 2 һыу тирмәне, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019