Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СҮРӘКӘЙ, Н у ғ а й, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 397

ЯҢЫ СҮРӘКӘЙ, Н у ғ а й, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта Сәлейәз й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 358 кеше; 1920 — 350; 1939 — 451; 1959 — 364; 1989 — 226; 2002 — 212; 2010 — 145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сүрәкәй (тәүге төпләнеүсенең исеме б‑са аталған, уның улы Мәзит Сүрәкәев билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. Икенсе атамаһы ауылда йәшәүсе бер кеше исеменән алынған, уның улдары Ниғмәтулла һәм Шәмсетдин Нуғаевтар билдәле. 1795 й. 21 йортта 99 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 227 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. Яңы Сүрәкәй утары барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Сүрәкәй булараҡ иҫәпкә алынған. 40‑сы йй. Иҫке Сүрәкәй һәм Я.С. хәҙ. исемдәге бер ауылға берләшкән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019