Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ СӘЙЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 463

ЯҢЫ СӘЙЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ҡолғона а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 105 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 101 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 232 кеше; 1939 — 100; 1959 — 96; 1989 — 112; 2002 — 137; 2010 — 111 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 40‑сы йй. Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй‑Ҡыпсаҡ улусы Сәйет а. (хәҙ. Иҫке Сәйет а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 26 йортта 160 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа эшләгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019