ЯҢЫ СӘПӘШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
652
ЯҢЫ СӘПӘШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 270 кеше; 1920 — 402; 1939 — 326; 1959 — 353; 1989 — 288; 2002 — 328; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙе Сәпәш а. (хәҙ. Иҫке Сәпәш а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Ҡәйеп исеме м‑н билдәле булған. Р.Ә. Солтангәрәева ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: