Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 384

ЯҢЫ ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Таймаҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 213 кеше; 1989 — 568; 2002 — 593; 2010 — 579 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Гимназия, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таймаҫ МТС‑ы ойошторолған ваҡытта нигеҙ һалына. 50‑се йй. тиклем Таймаҫ а. м‑н бергә иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019