Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТАМЪЯН, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 428

ЯҢЫ ТАМЪЯН, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 657 кеше; 1920 — 807; 1939 — 676; 1959 — 382; 1989 — 245; 2002 — 228; 2010 — 173 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Тамъян а. (хәҙ. Иҫке Тамъян а.) сыуаш крәҫтиәндәре һәм яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) Сыуаш Тамъяны исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 180 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 395 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, тимерлек теркәлгән. 20 б. 80‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019