Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТАУЛАР, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 455

ЯҢЫ ТАУЛАР, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 14 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. —305 кеше; 1920 — 451; 1939 — 525; 1959 — 386; 1989 — 269; 2002 — 250; 2010 — 219 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Таулар а. (хәҙ. Бүздәк р‑ны Иҫке Таулар а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Шалтыҡ исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 17 йортта 89 кеше йәшәгән, 1865 й. 21 йортта — 125 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. тирмән, бакалея иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019