Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТИМЕШКӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 551

ЯҢЫ ТИМЕШКӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Исмәғил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 719; 1939 — 535; 1959 — 323; 1989 — 184; 2002 — 204; 2010 — 144 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1801 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Өршәк‑Мең улусы Тимешкә а. (хәҙ. Иҫке Тимешкә а.) кешеләре нигеҙ һала. 1865 й. Яңы Тимешкә (Түб. Тимешкә) исеме м‑н теркәлгән, 51 йортта 320 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Яңауыл исеме м‑н билдәле булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә иҫәпкә алынған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019