Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТРОИЦК, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 441

ЯҢЫ ТРОИЦК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ишбулды а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Атлығас й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 251 кеше; 1920 — 249; 1939 — 229; 1959 — 163; 1989 — 118; 2002 — 174; 2010 — 115 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1815 й. керҙәшлек килешеүе б‑са урыҫ крәҫтиәндәре Яңы Троицк яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 29 йортта 223 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1893 й. төҙөлгән), мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019