Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТРОИЦКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 433

ЯҢЫ ТРОИЦКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 151 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2484 кеше; 1920 — 2542; 1939 — 1101; 1959 — 737; 1989 — 561; 2002 — 536; 2010 — 450 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Кесе Нәкәрәк урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙе терр‑яһында Пермь губернаһынан күскенселәр нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 316 йортта 1884 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 уч‑ще, күн, май һығыу һәм 4 буяу з‑ды, ел тирмәне, 37 бакалея кибете булған; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, 2 часовня, 2 мәктәп, 5 май һығыу һәм 2 буяу з‑ды, 15 тимерлек, шарап һәм 10 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. С.А.Казаков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019