Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТРОИЦКИЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 423

ЯҢЫ ТРОИЦКИЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 214 кеше; 1920 — 368; 1939 — 556; 1959 — 450; 1989 — 337; 2002 — 377; 2010 — 411 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (5‑се Шишмә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1879 й. Өфө өйәҙендә ер биләүсе Ратьков‑Рожновтан һатып алынған ерҙәрҙә Өфө губернаһынан күсеп килгән крәҫтиәндәр ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 20 йортта 173 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ғибәҙәтхана булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019