Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТУРАЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ЯҢЫ ТУРАЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Бекетов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Талдыболаҡ т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта Талдыболаҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 413 кеше; 1920 — 364; 1939 — 311; 1959 — 286; 1989 — 156; 2002 — 288; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һигеҙенсе март исемендәге а. урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1859 й. араһында Бәләбәй өйәҙе Байлар улусы Турай а. (хәҙ. Иҫке Турай а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 29 йортта 168 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет булған.

Т.И.Әминева, З.Ә.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019