Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТУРБАҪЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 432

ЯҢЫ ТУРБАҪЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 6—8 бб. археологик ҡомартҡыһы. Благовещен р‑ны Туғай а. көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1878 й. Ф.А.Нефёдов тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1957—58 йй. Н.А.Мәжитов өйрәнгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 8—22 м, бейеклеге 0,1—1,0 м) иҫәбенә инә. 80‑дән ашыу ҡурғандан тора, 70‑е ҡаҙылған. Өйрәнелгән һәр ҡурған аҫтында 1‑ҙән алып 8‑гә тиклем ҡәбер табылған. Бер нисә ҡурған аҫтында 9—10 бб. ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарында (1,5 м тиклем) салҡан һалып, баштары м‑н башлыса төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, эс яҡтан көпләнгән ҡәберҙәр осрай. Баш һөйәктәре формаһын яһалма үҙгәртеү эҙҙәре бар. Ҡурған өйөмдәрендә йола усаҡтары эҙҙәре, ат һөйәк­тәре осрай. Керамика Турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡараған ҙур, түңәрәк йәки яҫы төплө, йомро йәки оҙонса ҡорһаҡлы, бейек тура муйынлы, биҙәкһеҙ йәки бәләкәй соҡорҙар, ҡыя һы­ҙыҡтар м‑н биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә биҙәүестәр (һырғалар, сулпылар, йөҙөктәр, гәрәбә йәки быяла муйынсаҡтар, алтын пластинкалар), көмөш бил ҡайыштары, хайуан һөйәктәре һалынған. Я.т.ҡ. ҡалдырған ҡәбиләләр европеоид антропологик типҡа ҡараған. Я.т.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М а ж и т о в Н.А. Курганный могильник в дер. Ново‑Турбаслы //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959; С у н г а т о в Ф.А. Турбаслинская культура. Уфа, 1998.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019