Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТУРБАҪЛЫ ТОРАҠТАРЫ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 450

ЯҢЫ ТУРБАҪЛЫ ТОРАҠТАРЫ, б.э. 6—8 бб. археологик ҡомартҡыһы. Благовещен р‑ны Яңы Турбаҫлы а. эргәһендә Ағиҙел й. иҫке үҙәне ярында урынлашҡан. 1957 й. М.Х. Са­диҡова тарафынан асыла, 1958—59 йй. Н.А.Мәжитов өйрәнә. Я.Т.т.I ауыл терр‑яһында урынлашҡан. Бахмут мәҙәниәте (түңәрәк бәләкәй соҡорҙар һәм һырҙар м‑н биҙәлгән) һауыт ярсыҡтары табылған. Я.Т.т.II ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тура мөйөш (6×5 м) йәки квадрат (6×6 м) формалағы, тәрәнлеге 1 м еткән 5 ярым ер өй асылған, иҙәндә йәки 60—80 см бейеклектә ағас таяулы усаҡтары булған; торлаҡтар араһында хужалыҡ соҡорҙары урынлашҡан. Керамика Турбаҫлы мәҙәниәте (ҙур яҫы төплө, биҙәлмәгән) һәм Кушнаренко мәҙәниәте (ҡорһағы өҫкө яҡтан ромбтар, өсмөйөштәр, кәкерсәк һыҙыҡтар, ҡыя һыҙыҡтар, уртала әүернә рәүешле өс ҡат һыҙыҡтар һәм төбөнөң тышҡы сите буйлап кәкерсәк һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән), Бахмут мәҙәниәте әүәләп эшләнгән һауыттарынан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар), ҡоралдар (һөйәк уҡ башаҡтары һәм йәйә өсөн һөйәк пластинкалар), биҙәүестәр (көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, бронза сымдан яһалған һырғалар, муйынсаҡтар, тимер айылдар), хайуан һөйәктәре табылған. Я.Т.т.III ауыл янында урынлашҡан. Бахмут мәҙәниәте һауыт ярсыҡтары табылған. Ҡомартҡы Бахмут, Турбаҫлы, Кушнаренко мәҙәниәттәренә ҡараған күсмә ҡәбиләләрҙең Көнбайыш Урал буйына төпләнеү процесын сағылдыра. Материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М а ж и т о в Н.А. Поселение Ново‑Турбаслинское II //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962.

Н.А.Мәжитов Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019