Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТЫМЫТЫҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 499

ЯҢЫ ТЫМЫТЫҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡуштирәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 312 кеше; 1939 — 479; 1959 — 449; 1989 — 263; 2002 — 244; 2010 — 190 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡуштирәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында Бөгөлмә өйәҙе Тымытыҡ а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1939 й. Тымтыҡ исеме м‑н теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019