Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ТӘТЕШЛЕ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 477

ЯҢЫ ТӘТЕШЛЕ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңы Тәтешле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ҙур Бәлзү­гә й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 568 кеше; 1920 — 640; 1939 — 830; 1959 — 631; 1989 — 586; 2002 — 611; 2010 — 550 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Шулдыр жыт” удмурт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар; удмурт тарихи‑мәҙә­ни үҙәге эшләй.

Ауылға 1834 й. һәм 1859 й. араһында Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Үрге һәм Түб. Тәтешле аа. кешеләре нигеҙ һала. 1865 й. 112 йортта 217 кеше йәшәгән. 1906 й. земство мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019