Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УКРАИНКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 409

ЯҢЫ УКРАИНКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Киҙәташ й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 135 кеше; 1920 — 836; 1939 — 321; 1959 — 207; 1989 — 204; 2002 — 206; 2010 — 233 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башлан­ғыс мәктәп (Подольск урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Һөлөклөкүл исеме м‑н нигеҙ һала. 1900 й. ел тирмәне теркәлгән. 20 б. башында бында Украина күскенселәре килеп ултырған. 1920 й. Яңы Украина (Һибәт) утары булараҡ иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019