Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УРСАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 479

ЯҢЫ УРСАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Урсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 85 км алыҫлыҡта Өшә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 450 кеше; 1939 — 619; 1959 — 646; 1989 — 530; 2002 — 495; 2010 — 418 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1918 й. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Урсай а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. З.Т.Ғәлиуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019