Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ УРТАУЫЛ, Я н т ы ҡ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 472

ЯҢЫ УРТАУЫЛ, Я н т ы ҡ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Беүә й. ҡушылды­ғы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 928 кеше; 1939 — 908; 1959 — 667; 1989 — 746; 2002 — 811; 2010 — 881 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡ­саһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Уран улусы Уртауыл а. (хәҙ. Иҫке Уртауыл а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1859 й. 55 йортта 318 кеше йәшәгән. Ш.Х. Ханнанов, Ғ.Әмири ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019